Фазыл Мәржәниҙең мәрҫиәһе. 6-сы өлөш. М.Аҡмулла

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Фазыл Мәржәниҙең мәрҫиәһе* (6-сы өлөш)
Автор: Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
ҠАРА: Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.  


6-сы өлөш


Ҡаҙаҡса шиғыр яҙҙым асыҡ ҡылып,
Кәнсәләрҙең йөрәген асыттырып.
Хәҡиҡәтен күргән һуң, ҡыуанғандан,
Китаптарын ҡараймын ғашиҡ булып.

Тәсанифе95 басирәтте96 ярыҡ ҡылған,
Нәфес хәсис араһын фәреҡ97 ҡылған.
Аҙашҡанда тура килеп, балға төшкән
Мин — байғош, бер ҡырмыҫҡа ғарҡ булған.

Ун биш йыл «Нәзурә»һен алғаныма,
Ҡарай-ҡарай, баш осома һалғаныма.
Күңелгә шифаны шунан алдыҡ,
Эленмәй кәнсәләрҙең ҡармағына.

Мораттары мөкабәрә98 булғандан һуң,
Кәнсәләр күҙ һалмайҙар аръяғына.
Ҡара халыҡ, муллаһына табиғ99 булып,
Дөрләтеп ярып йөрөй ярма ғына.

Ниңә беҙҙә был тиклем әҙәп ҡыҫҡа?
Камиллыҡ былай торһон, аҡыл осто!
Бер ергә килештереп хат яҙа алмай -
Берәүҙе яманлауға ҡалай оҫта!

Бәғзеһе уҡый ҙа алмай ғибарәтен,
Камилға ниндәй ҡыла хәҡарәтен?!
Дамеллалар бәғзеһе, белә тороп
Дошмандың морат ҡыла хәсарәтен.

Дарыуҙы күтәрә алмаҫ бәғзе мәриз100,
Нәсихәт ҡабул ҡылмаҫ фәззе101, ғәлиз102.
Шайтандың да иң етеҙен уҙып киткән,
Атылып түбәһенә «Бәреҡ әл-вәмиҙ»103.

«Жарудә» эйәһенә һүҙебеҙ юҡ,
Уларға ҡаршы килер йөҙөбөҙ юҡ.
Алланың ҙур рәхмәте төшһөн уға,
Донъяла һүҙебеҙ бар, үҙебеҙ юҡ.

Ул да бер ғалим икән һөйләй торған,
Моратына ҡаршыларҙы һөймәй торған,
Ғалимдар мәжлесендә майҙан алған,
Ҡурайы килешкәндә көйләй торған.

Беҙ ҙә күрҙек уның аткан ерен,
Ҡай ергә уғы төшөп яткан ерен.
һәр юлдың йүнәлгән бер урыны бар,
Бәрәкалла: килештереп тапҡан ерен!

Уға шәрик — дамелла Мөхибулла,
Саф күңелле ғалимдарҙы мөхиб104 мулла.
Әүүәлдә ҡырын-ярын йөрөй ине,
Ахырында, ҡайтып, булды мөхиҡ мулла.

Дамелла Рәхмәтулла — уға назир105,
Тәхрират һәм итлаҡта106 нурлы замир.
Мәрхүмдәр Мәржәнигә ҡаршы төшкән,
Уларға һәм эйәргән бик күп ғафир107.

Остаздары, Ҡышҡар хәҙрәт, алға сыҡҡан,
Бигерәк тә ул кәләмдә данға сыҡҡан.
Таһыллыҡта дамелла Мәчкәрәләй,
Күп ғалим, мөдәрристәр алдын сыҡҡан.



Аңлатмалар

Аңлатмалар автор хоҡуҡтары менән һаҡлана. Уларҙы Башҡортостан Республикаһының милли электрон китапханаһына ҡуйылған Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит. китабында уҡығыҙ.

Иҫкәрмәләр